Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала иң яҡшы 10 комбайнсыға автомобиль тапшырыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Урып йыйыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың иң яҡшы 10 комбайнсыһы автомобиль менән бүләкләнә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов журналистарға белдереүенсә, улар үҙебеҙҙә етештерелгән «Нива» һәм «Лада Гранта» автомобилдәре буласаҡ.

«Райондарҙа ашлыҡтың уңышы төрлөсә булғанлыҡтан, иң яҡшы комбайнсыларҙы баһалағанда тәү сиратта һуғылған ашлыҡ күләменә түгел, һуғылған майҙанға иғтибар итәсәкбеҙ», — тине вице-премьер.

Бөгөнгә йылдың иң яҡшы комбайнсылары исемлегендә Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы, Тәтешле, Шишмә һәм Бәләбәй райондары вәкилдәре бар.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Баҫыу көнө-2016» республика семинар-кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов иң яҡшы комбайнсыларҙы бүләкләргә тәҡдим итте. Сара 21-23 июлдә Стәрлетамаҡ районында уҙҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть