3 декабрь, Шәмбе

05 август 2016 йыл, 11:45

Рөстәм Хәмитов «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект» проектын тормошҡа ашырырға тәҡдим итте

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған күләмле акция үткәреү башланғысы менән сығыш яһаны. Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йылда ошо мөһим датаны билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

– Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйыуын республика ҡаҙаныштарына, халыҡтың хеҙмәтенә, эшебеҙгә, пландарыбыҙға һәм башланғыстарыбыҙға оло баһа тип ҡабул иттек, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ошо мөһим дата уңайынан «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект» тигән республика акцияһын тормошҡа ашырырға тәҡдим итәм. Улар мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт учреждениелары, социаль, юл, инженер инфраструктураһы объекттары булырға тейеш. Йәғни өс йыл эсендә йәмғиәтебеҙҙә ҡала һәм ауылдарҙа тормошто яҡшыртырға һәләтле яңы ҙур объекттар төҙөү зарур.

Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, бында республика халҡы тәҡдим итәсәк объекттар хаҡында һүҙ бара. Артабан уларға юбилей уңайынан төҙөлгән тигән статус бирелә.

– Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән шундай объекттар тәҡдим итербеҙ һәм уларҙы төҙөй алырбыҙ, тип ышанам. Республиканың һәр ҡалаһында, районында яңы, матур, халыҡҡа кәрәкле биналар һәм ҡоролмалар барлыҡҡа киләсәк, – тине Башҡортостан Башлығы. – Хәҙер ошондай эшмәкәрлек планын әҙерләйәсәкбеҙ. Граждандарыбыҙ ярҙам итһә, программа быйыл уҡ старт аласаҡ.