6 декабрь, Шишәмбе

05 август 2016 йыл, 11:02

Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең әүҙем ағзалары менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһенең әүҙем ағзалары менән осрашты. Сарала Өфө һәм Өфө районының меңгә яҡын партия ағзаһы ҡатнашты. Унда «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рәмзил Ишһарин һәм ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов сығыш яһаны.

Хәҙер, һайлауға тиклем айҙан ашыу ваҡыт ҡалғас, әүҙем эшләү һәм партия идеяларын алға һөрөү өсөн хәл иткес мәл етте, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы. Көслө конкуренция шарттарында һайлаусыларҙың власҡа мөнәсәбәтен белеү мөһим.

«Республика власы булған проблемаларҙы таный һәм уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй. Беҙ тәнҡиттән ҡурҡмайбыҙ, конструктив ҡарарҙар өсөн асыҡбыҙ. Бурысыбыҙ — йәмғиәтте туплау, тәү сираттағы бурыстарҙы хәл итеү өсөн мөмкин тиклем күберәк кешене йәлеп итеү. Мин ошо залда үтә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнеүселәрҙе күрәм», — тине Рөстәм Хәмитов.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының етди ҡаҙаныштары бар, тип билдәләне республика етәксеһе. Уның 40-тан ашыу проекты уңышлы үтәлә. «Реаль эштәр» проекты быға сағыу миҫал булып тора, уның барышында былтыр граждандарҙың 900-ҙән ашыу башланғысы тормошҡа ашырылған. Рөстәм Хәмитов киләһе йылда республика, ҡала бюджеты һәм граждандар ҡатнашлығындағы ихата һәм йорт яны биләмәләрен ремонтлау программаһына кире ҡайтырға тәҡдим иттте.

«Партия бөтә иғтибарын халыҡ менән эшләүгә йүнәлтергә тейеш. «Кешеләр өсөн эшләргә» лозунгы бер ҡасан дә үҙенең әһәмиәтен юғалтмаясаҡ. Бындай эште һайлау алдынан ғына түгел, һәр ваҡыт башҡарырға кәрәк. Партияның яуаплылығы аныҡ, ҡасаба, ҡала, республика кимәлендәге реаль эштәр аша сағыла», — тине Рөстәм Хәмитов.

Төбәк етәксеһе 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләү уңайынан йөҙ яңы объект төҙөргә тәҡдим итте.

Залда ултырыусыларҙың барыһы ла — ҙур команданың бер өлөшө, тине Рөстәм Хәмитов. Берләшкән осраҡта ғына «Берҙәм Рәсәй»ҙең бөтә ағзалары һайлаусыларҙың наказдарын үтәй ала.