6 декабрь, Шишәмбе

05 август 2016 йыл, 9:30

Йыл аҙағынаса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр тәртибе үҙгәрмәй

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 2016 йылдың аҙағына тиклем торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр тәртибе үҙгәрмәй. Әле йылы өсөн йыл буйына түләү системаһы ғәмәлдә. Файҙаланылған ресурстар өсөн түләү системаһын индереү тураһында мәсьәлә ҡарала. Был осраҡта ҡыш көнө күберәк, йылы ваҡытта бөтөнләй түләмәҫкә тура киләсәк. Бындай тәртип ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар өсөн файҙалы булыр ине.

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында аңлатыуҙарынса, 1 октябргә тиклем муниципалитеттар киләһе йылға иҫәпләшеү ысулын һайларға тейеш. Ул йә үҙгәрмәйәсәк, йә иһә «1/7» ысулына күскән осраҡта, 2017 йылдың көҙөнән ғәмәлгә инәсәк.