8 декабрь, Кесе йома

04 август 2016 йыл, 17:28

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы төбәктә дауыл сығасағы хаҡында иҫкәртә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 5 августа төбәктә дауыл сығасағы хаҡында иҫкәртә. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, йома ҡайһы бер райондарҙа елдең тиҙлеге секундына 17-22 метрға етәсәк. Дөйөм алғанда, республикала ел секундына 0-5 метр, көндөҙ төньяҡ-көнбайыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫәсәк. Иртән юлдарға томан төшөүе ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ — 30-35, төндә 16-21 градус эҫе.

темалар: һауа торошо