8 декабрь, Кесе йома

04 август 2016 йыл, 16:35

Башҡортостан прокуратураһы 11 йәшлек мәктәп уҡыусыһын үлтереү тураһындағы енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары менән ҡәнәғәт

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостан прокуратураһы республика Юғары судының 11 йәшлек Виолетта Токарчукты көсләүҙә һәм үлтереүҙә ғәйепле тип табылған Александр Валеткинға ҡарата сығарған хөкөм ҡарары менән ҡәнәғәт. Енәйәтсе ғүмерлеккә махсус режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ябылды.

«Республика прокуроры Валеткинды ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеү тураһында фекерен әйткәйне. 2013 йылдың декабрендә ул элекке хөкөм ҡарары буйынса төрмәнән сыҡҡас, 2014 йылда енәйәт ҡыла. Өҫтәүенә, быға тиклем дә Валеткин яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Шуға бәйле дәүләт ғәйепләүсеһе суд ғәҙел хөкөм сығарҙы тип иҫәпләй», — тине дәүләт ғәйепләүсеһе вәкиле Ильяс Миңлеғәлиев.

Ғәйепләнеүсе үҙенең һуңғы һүҙендә үкенеүен белдерҙе һәм һәләк булған Виолетта Токарчуктың атаһынан ғәфү үтенде, тип билдәләне ул.

Уҙған йылдың сентябрь айында Өфөлә ҡот осҡос енәйәт ҡылынды. Тикшереү фаразы буйынса, енәйәтсе эшкә барышлай Краснодон урамы буйлап мәктәпкә китеп барған ҡыҙыҡайҙы күреп ҡала. Ул уны гараждар араһына индереп көсләй һәм быуып үлтерә. Ҡорбанының телефонын да урлап ҡаса.