6 декабрь, Шишәмбе

04 август 2016 йыл, 15:45

Өфөлә дүртенсе тапҡыр «Һөт иле» фестивале ойошторола

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Быйыл Өфөлә «Һөт иле» фестивале 3 сентябрҙә Салауат Юлаев майҙанында үтә, тип хәбәр итә «Комсомольская правда-Уфа» гәзите сайты.

Әле фестивалгә тулы әҙерлек бара, байрамды ойоштороусылар сараның «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә ирекмәндәр йыя.

Фестиваль баш ҡалала дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Былтыр «Һөт иле»ндә 40 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Һөт почтаһы бүлексәһенән 1000-гә яҡын открытка ебәрелгән.

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы мәғлүмәттәре буйынса, байрамда 10 тонна һөт эселгән. Өфөләр 44 тонна самаһы һөт аҙығын, биш тоннаға яҡын аҡ май, 2,6 тоннанан күберәк ҡаты сыр, тоннаға яҡын йомшаҡ сыр, 1,9 тонна туңдырма, 14 мең банка ҡуйыртылған һөт, 3,5 тоннанан ашыу ҡымыҙ һәм бер тонна кәзә һөтөн тәмләп ҡараған. Бынан тыш, фестивалгә килеүселәр ГТО нормаларын тапшырҙы, фитнес майҙансығындағы күнекмәлә, балалар иһә төрлө конкурстарҙа ҡатнашты.

Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан Хөкүмәте, Өфө хакимиәте, Һөт етештереүселәрҙең милли союзы, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.