11 декабрь, Йәкшәмбе

04 август 2016 йыл, 14:53

Республикала август айының стандарт булмаған 10 вакансияһы билдәле булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. HeadHunter эш һәм хеҙмәткәрҙәр эҙләү буйынса сайт Башҡортостандағы вакансияларҙы тикшергән һәм бик һирәк осрағандарының исемлеген төҙөгән. Август айының стандарт булмаған ун вакансияһы иҫәбенә таргетолог (эш хаҡы — 40-80 мең), педалһеҙ велосипед буйынса инструктор, биҙәүсе һәм ирекмән (эш хаҡы килешеү буйынса), тиҙ уҡыу буйынса уҡытыусы (10-20 мең һум), Ушу-Саньда (Саньшоу) буйынса тренер (5 мең һумдан алып), граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса әйҙәүсе белгес (17-20 мең), ҡултамғалар йыйыусы (25 мең), татуаж яһау оҫтаһы (25-50 мең), фандрайзер (14-35 мең) ингән.

«Беҙҙең сайттағы вакансиялар араһында исемдәре менән генә йәлеп итеүселәр бар, — тип һөйләй Урал федераль округы һәм Себер федераль округы буйынса HeadHunter сайтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Елана Таращук. — Әлбиттә, улар һирәк осрай. Мәҫәлән, бөгөн «Һатыу буйынса менеджер» вакансияһы бик популяр».