9 декабрь, Йома

04 август 2016 йыл, 13:46

Элла Курильская «Башҡортостан» ДТРК-һы директорының мәғлүмәт тапшырыуҙары буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Элла Курильская «Башҡортостан» ДТРК-һы директорының мәғлүмәт тапшырыуҙары буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Топ-менеджер аңлатыуынса, федераль телерадиокомпания, радио һәм телевидениеның мәғлүмәт хеҙмәттәрен берләштереп, эште яҡшырта. «Был, бер яҡтан, мультимедиялы каналдар булдырыу сәйәсәтенең дауамы, икенсенән, берҙәм мәғлүмәт контенты булдырыу», — тине Элла Курильская.

Радиожурналист һәм телевидение алып барыусыһы Элла Курильская танылған режиссер Рифҡәт Исрафилов һәм иҡтисадсы Вера Исрафилова ғаиләһендә тыуған. 1992 йылда Луначарский исемендәге дәүләт театр сәнғәте институтын тамамлаған. Ун йылдан ашыу Өфө театрҙарында һәм Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының республика бүлексәһендә эшләгән. 2002 йылда «Спутник FM» радиоһында эшләй башлай. Ун йылдан Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы холдингының «Вести ФМ Уфа» федераль станцияһының төбәк тапшырыуҙарын етәкләй.

Элла Курильская — «Иң яҡшы алып барыусы» номинацияһында «Радиомания» милли премияһы лауреаты. «Рәсәй 24 Башҡортостан» телеканалында «Вести-Здоровье», «Новости экономики», «Интервью» тапшырыуҙары авторы һәм алып барыусыһы.