8 декабрь, Кесе йома

04 август 2016 йыл, 12:18

Мексикала Бөтә донъя фольклориадаһы концертын алып барыусы башҡортса һөйләшә башланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мексикала Бөтә донъя фольклориадаһы концертын алып барыусы башҡортса һөйләшә башланы. Был Сакатекас ҡалаһында Башҡортостан артистарының сағыу сығышынан һуң булды. Бисентанарио исемендәге паркта тамашасылар алдында «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны. Мексикандар башҡорт ҡурайы һәм халыҡ бейеүҙәре, Гөлнара Вәлиева башҡарыуындағы йырҙар менән танышты.

«Тамашасылар артистарҙың сығышын көслө алҡыштарға күмде. Артистарыбыҙ күп милләтле Рәсәйҙең рухын һәм үҙенсәлеген сағылдыра алды. Тамашасылар концертты фотоаппаратҡа, телефонға төшөрҙө, — тип һөйләне журналист Гәүһәр Батталова. — Ошо кистә Башҡортостан артистарының һәм мексикандарҙың йөрәге бергә типте. Коллективтарыбыҙ тамашасылар күңеленә асҡыс таба алды».

Аҙна буйына Мексикала махсус төҙөлгән концерт майҙансыҡтарында 50-нән ашыу илдең ижади коллективтары сығыш яһай.

Дүрт йылдан донъяла танылыу яулаған халыҡ коллективтары Башҡортостанда осраша.