5 декабрь, Дүшәмбе

04 август 2016 йыл, 11:04

Октябрҙә баш ҡалала Затон күпере асыла

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл октябрь айында Өфөлә «Платон» системаһы буйынса йыйылған аҡсаға берлектә финанслау иҫәбенә һалынған тәүге төбәк күперҙәренең береһендә юл хәрәкәте асыла. Шулай итеп, Башҡортостан уникаль яһалма ҡоролмалар төҙөү өсөн федераль ярҙам алған тәүге төбәктәрҙең береһе буласаҡ һәм үҙ объектын файҙаланыуға тапшырасаҡ. Был хаҡта Федераль юл агентлығы хәбәр итә.

Ағиҙел йылғаһы аша төҙөлөүсе күперҙә эштәр 90 процентҡа тамамланған. Йәйәүлеләр өсөн ер өҫтө үткәүелен һалыу һәм тауыштан һаҡлаусы экрандарҙы монтажлау бара.

Федераль юл агентлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, проектты тормошҡа ашырыу М-5 «Урал» һәм М-7 «Волга» федераль трассалары араһында уңайлы транспорт бәйләнешен тәьмин итәсәк.

Күперҙең оҙонлоғо – 830 метрҙан ашыу. Унда өс һыҙатлы хәрәкәт ойоштороу күҙаллана.

Өфөләге Затон күпере уникаль яһалма ҡоролмалар иҫәбенә ингән. Рәсәй Хөкүмәте бойороғо менән уларҙы төҙөү һәм ремонтлау өсөн «Платон» системаһы буйынса илдең юл фондына йыйылған аҡсанан 12 миллиард һум бүленгән. Башҡортостан 1,5 миллиард һум аласаҡ. Дөйөм алғанда, 19 төбәккә 31 күперҙе төҙөкләндереү өсөн дәүләт ҡаҙнаһынан аҡса ҡаралған.