3 декабрь, Шәмбе

04 август 2016 йыл, 9:52

Өфөлә заманса скульптура аллеяһы барлыҡҡа килде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 3 августа Өфөлә тантаналы рәүештә «ArtTerria» заманса скульптура аллеяһы асылды. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана янында, Ленин урамындағы йәйәүлеләр зонаһында бейеклеге ике метрға яҡын 13 яңы арт-объект барлыҡҡа килде. Уларҙың барыһы ла «Рәсәй. Евразия киңлеге: цивилизация һәм мәҙәниәт» темаһына арналған һәм Мансур ятҡылығынан килтерелгән граниттан яһалған.

Тантанала почетлы ҡунаҡтар, Третьяков галереяһы һәм Рус музейы, Башҡортостан Рәссамдар союзы вәкилдәре, ижади интеллигенция ҡатнашты. Республика мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова авторҙарҙы симпозиумды уңышлы тамамлауҙары, баш ҡала халҡын иһә Өфөлә яңы мәҙәни урын барлыҡҡа килеүе менән ҡотланы.

«ArtTerria» заманса скульптура аллеяһы скульптура симпозиумын үткәреү һөҙөмтәһендә булдырылды. Сарала алты илдән 13 скульптор: Джон Гогаберишвилли һәм Валерьян Джикия (Тбилиси, Грузия); Ange&Damanation ижади дуэты (Париж, Франция); Камен Танев (София, Болгария); Со Донг Чой (Сеул, Көньяҡ Корея); Хитоши Танака (Миядзаки, Япония), Николай Карлыханов (Санкт-Петербург); Таһир Собханғолов һәм Фахраддин Рзаев (Мәскәү); Фирдант Нуриәхмәтов, Руслан Ниғмәтуллин һәм Владимир Лобанов (Өфө) ҡатнашты.

Симпозиум Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Өфө хакимиәте ярҙамында «Мираҫ» сәнғәт галереяһы башланғысы буйынса ойошторолдо.