3 декабрь, Шәмбе

03 август 2016 йыл, 17:34

Башҡортостан аграрийҙары тәүге миллион тонна иген йыйҙы

фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бөгөнгә Башҡортостан аграрийҙары бер миллион самаһы ашлыҡ йыйҙы. Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, барлыҡ райондарҙа ла уңыш йыйыу бара. Уртаса уңыш гектарҙан 21,1 центнер тәшкил итә. Ошо көндәрҙә Саҡмағош (гектарҙан 30,5 центнер), Ҡырмыҫҡалы (26,4 центнер) һәм Стәрлетамаҡ райондарында (25 центнер) иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙан яҡшы уңыш йыялар.

Башҡортостан Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге белдереүенсә, 0,5 миллион гектарҙан ашыу майҙандағы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар (28 процент) сабылған.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл 1804 мең гектар ерҙә уңыш йыйыу бурысы тора, шуларҙың 409 мең гектарын ужым культуралары биләй.