9 декабрь, Йома

03 август 2016 йыл, 16:41

Баш ҡалала Октябрь проспекты башында миләшле сквер булдырыла

фото: Өфө хакимиәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә Октябрь проспекты башында миләшле сквер буласаҡ. Өфө һөнәрселек һәм сервис колледжы (10-сы һөнәрселек лицейы) янында йәшел зона бүленде. Тендер үткәргәндә ҡала скверҙы төҙөкләндереү өсөн 3,5 миллион һум аҡса йүнәлтте. Скверға Зәйнәб Биишева исеме бирелде, бында яҙыусыға һәйкәл ҡуйырға ниәтләйҙәр.

«Һуңғы йылдарҙа Өфөлә «Парктағы ҡала» концепцияһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Биш йыл эсендә 28-е ремонтланған һәм 17 яңы ял итеү зоналары булдырылған. Йәйәүлеләр юлының яҡтыртылышын яҡшыртыуға, сағыу клумбалар яһауға, халыҡтың парктарҙа һәм скверҙарҙа ял итеүен тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүленә», — тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә.