7 декабрь, Шаршамбы

03 август 2016 йыл, 15:59

«Кино төнө» Бөтә Рәсәй акцияһы барышында Өфөлә 3D Mapping шоуы була

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Рәсәй киноһы йылына арналған хәйриә проекты ойошторола. Уның сиктәрендә 27 августа «Кино төнө» Бөтә Рәсәй акцияһын үткәргән ваҡытта 3D Mapping шоуы була. Башҡортостандың Милли симфоник оркестры сараны музыкаль яҡтан биҙәй. Тамаша «Родина» кинотеатрында уҙа.

Программала музыкаль коллективтарҙың сығыштары ҡаралған. Композициялар кинофильмдарҙағы видеопроекциялар менән оҙатып барыласаҡ.

Сараның төп маҡсаты — ярҙамға мохтаж балаларға булышлыҡ итеү. Проект Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында уҙғарыла. Сара барышында йыйылған аҡса «Мәрхәмәт» хәйриә фондына йүнәлтелә.