7 декабрь, Шаршамбы

03 август 2016 йыл, 15:11

Ярты йыл эсендә төбәктә 12 кеше наркотиктарҙан ағыуланып үлгән

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Ярты йыл эсендә Башҡортостанда 12 кеше наркотиктарҙан ағыуланып, 91-е сифатһыҙ араҡы эсеп вафат булған. Ғинуар айынан июнгә тиклем наркотиктар (105) һәм спиртлы продукция (836) менән ағыуланыу осраҡтары теркәлгән.

Дарыу эсеп ағыуланыусылар һаны —  490, 207 осраҡта медикаменттар суицид маҡсатында ҡулланылған. Шуларҙың 23-ө үлемгә килтергән. Статистика мәғлүмәттәрен Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығында хәбәр иттеләр.