5 декабрь, Дүшәмбе

03 август 2016 йыл, 14:30

Республика синоптиктары аномаль эҫелектең көсәйеүен фаразлай

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан синоптиктары аномаль эҫелектең көсәйеүен фаразлай. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбы, 3 августа, көндөҙ һауа температураһы 30-35 градус эҫе буласаҡ. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәйәсәк, ел көсәйеүсән.

Кесаҙна, 4 августа, төндә яуым-төшөм көтөлмәй, термометр бағанаһы 16-21 градус йылы күрһәтәсәк. Көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡтан, талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы +30,+35 градус тәшкил итәсәк.

Йома, 5 августа, төндә +16,+21 градус, көндөҙ +29,+34. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, йәшен йәшнәгәндә көсәйеүсән.

Синоптиктар билдәләүенсә, Башҡортостанда аномаль эҫелек 5 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Көндәрҙең эҫе тороуы янғын хәүефенең артыуына булышлыҡ итәсәк.