7 декабрь, Шаршамбы

03 август 2016 йыл, 14:05

Башҡортостанда асыҡ һауала умарталыҡ музейы һәм бал эшкәртеү комбинаты барлыҡҡа килә

фото: Ксения Калинина

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2021 йылға тиклем Башҡортостанда асыҡ һауала умарталыҡ музейы, бал эшкәртеү комбинаты, шулай уҡ башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын үрсетеү буйынса өлгөлө умарталыҡ барлыҡҡа килә. Республика Хөкүмәте Башҡортостанды 2017 йылда Истанбулда «Апимондия» халыҡ-ара  умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһының 45-се конгресында ҡатнашыуға әҙерләү буйынса саралар планын раҫланы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Бойороҡҡа ярашлы, 2021 йылда Өфөлә халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһының 47-се конгресын ҡабул итеү буйынса күләмле эш башҡарыу бурысы тора. Төбәк инфраструктураһына ҙур иғтибар бүленәсәк. «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығында 47-се Конгресс ҡунаҡтарын ҡаршы алыу өсөн тейешле шарттар булдырыласаҡ: юлдар яҡшыртыласаҡ, делегаттар сифатлы элемтә менән тәьмин ителәсәк.  

Ойоштороу комитетын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкләне.