Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөнөң Калинин районында теркәүҙән төшөрөү танытмаларын биреү башланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

3 августа территориаль һайлау комиссиялары теркәүҙән төшөрөү танытмаларын тапшыра башланы. 18 сентябрҙә исемлеккә индерелгән һайлау участкаһына килә алмаған кеше ошо документты алырға хоҡуҡлы.

Теркәүҙән төшөрөү танытмаһы һайлаусының яҙма ғаризаһы нигеҙендә бирелә һәм уның сәбәбе күрһәтелә.

Өфөнөң Калинин районы һайлаусыларына документты түбәндәге адрес буйынса алырға мөмкин: Өфө, Орджоникидзе урамы, 3, 104-се бүлмә, көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем.

Теркәүҙән төшөрөү танытмаларын тапшырыу 6 сентябргә тиклем дауам итә.

7 сентябрҙән 17-нә тиклем танытмаларҙы участка һайлау комиссиялары биналарында алырға була.

Ҡайҙа һәм ҡайһы һайлау участкаһында тауыш биреү мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайтында бирелгән.

«Бәйләнештә» социаль селтәрендә Калинин районының территориаль һайлау комиссияһы төркөмөндә лә һайлау кампаниялары хаҡында мәғлүмәт бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть