3 декабрь, Шәмбе

03 август 2016 йыл, 11:47

Республика субъекттарҙың инвестиция йәлеп итеүсәнлеге рейтингында тәүге 20 төбәк иҫәбенә инде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан ил субъекттарының инвестиция йәлеп итеүсәнлеге медиарейтингында тәүге 20 төбәк иҫәбенә инде. Уға Стратегик инициативалар агентлығы, «Медиалогия» компанияһы һәм Publicity элемтә төркөмө йомғаҡ яһаған. Был хаҡта Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Рейтингта төбәктәрҙең алда барыуы инвестиция һәм эшлекле мөхитте яҡшыртыу өлкәһендәге ҙур ваҡиғалар һәм башланғыстар менән бәйле. Улар быйыл июнь айында баҫылған яңылыҡтарға нигеҙләнгән.

«Беҙ ай һайын медиарейтингтың һөҙөмтәләрен күҙәтеп барабыҙ. Был инвестиция мөхитен яҡшыртыу мәсьәләләрендә уңыштарҙы әүҙем яҡтыртыуға этәргес бирҙе. Беҙ эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса күләмле эш алып барабыҙ һәм ошо хаҡта һөйләйбеҙ, — тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков. — Маҡсатыбыҙ — эшҡыуарҙар берләшмәһенә эшлекле мөхиттәге ыңғай үҙгәрештәрҙе еткереү. Күренерлек һөҙөмтәләр ҙә бар. Беҙ эшҡыуарҙарҙың кәйефе үҙгәреүен, төбәктәге эшҡыуарлыҡ мөхитенең яҡшырыуын күрәбеҙ. Өҫтәүенә медиарейтинг — инвестиция йәһәтенән төбәктәрҙең иң яҡшы тәжрибәләрен өйрәнеүҙең тағы ла бер һөҙөмтәле ысулы».