6 декабрь, Шишәмбе

03 август 2016 йыл, 10:37

Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Аделина Ибәтуллина Барселонала Европа миҙалдарын яуланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Барселонала «А» кадеттары араһында заманса биш төр ярыш буйынса Европа чемпионаты үтте.

Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Аделина Ибәтуллина шәхси зачетта көмөш миҙал яуланы.

Команда беренселегендә рәсәйҙәр (Ксения Фральцова, Аделина Ибәтуллина һәм Екатерина Утина), Италия һәм Бөйөк Британия командаларын артта ҡалдырып, пьедесталдың юғары баҫҡысына күтәрелде.