Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.69 ↓

EUR 69.09 ↑

19 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә 15 кешегә эҫе ҡапҡан

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостанда көндәрҙең эҫе тороуы арҡаһында ашығыс медицина ярҙамы бригадаларын саҡырыу йышайған. Ун биш осраҡ эҫе ҡабыуға бәйле, шуларҙың алтауһы — балалар. Һуңғы дүрт көндә ете тапҡырға артҡан, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 29 июлдән 1 авгусҡа тиклем Өфөнөң тиҙ ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәттәр һаны 11 процентҡа күбәйгән. Шул уҡ ваҡытта йөрәк өйәнәгенә, артериаль баҫымдың күтәрелеүенә бәйле саҡырыуҙар артмаған. Йөрәк сирлеләр һәм гипертониктар, улар башлыса өлкән йәштәге кешеләр, эҫе көндә һаҡланыу саралары күрә, тип әйтергә мөмкин.

Бынан тыш, эҫе көндә ҡояшта яныуҙың бер осрағы теркәлгән. Зыян күреүселәрҙең барыһына ла тейешле медицина ярҙамы күрһәтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть