Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Һуғыш шаңдауы» күргәҙмәһе асыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Республиканың Хәрби Дан музейында «Һуғыш шаңдауы» күргәҙмәһе асыла. Экспозицияның авторы — Фәнил Шәймөхәмәтов.

Фәнил Шәймөхәмәтов — рәссам-график, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй Рәссамдар союзы, «Артыш» ижади берекмәһе, республика Рәссамдар союзы ҡарамағындағы көньяҡ Башҡортостан рәссамдары ассоциацияһы ағзаһы.

1957 йылдың 21 мартында Әлшәй районында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетында белем алған. Ишембай ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1978 йылдан алып республика, төбәк, ил, халыҡ-ара (Германия, Италия, Австрия, Югославия, Япония, АҠШ) күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Рәссам 120-нән ашыу күргәҙмә ойошторған. Фәнил Шәймөхәмәтовтың әҫәрҙәре М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Ишембай, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Салауат картиналар галереяһында, илебеҙҙә лә, сит илдәрҙәге шәхси коллекцияларҙа ла һаҡлана.

Күргәҙмә 4 августа көндөҙгө сәғәт 12-лә асыла һәм 31 октябргә тиклем эшләй. Белешмә өсөн телефон: (347) 260-44-64.

Теги: күргәҙмә
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть