9 декабрь, Йома

02 август 2016 йыл, 17:46

Төбәктә эшләүсе пенсионерҙар өсөн пенсиялар артты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 3 августан 2015 йылда эшләгән пенсионерҙар арттырылған пенсия ала башлай. Яңы күләмдәге пенсияны 250 меңдән ашыу кеше аласаҡ. Түләүгә сығымдарҙы финанслау тулы күләмдә тәьмин ителгән, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһендә.

Эшләүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары күләмен ҡайтанан иҫәпләү тамамланған. Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров аңлатыуынса, пенсия автоматик рәүештә иҫәпләнә.

Максималь өҫтәмә күләме өс пенсия балы суммаһына, йәғни 222,81 һумға тиң. Ағымдағы йылдың 1 февраленән пенсия балының хаҡы 74,27 һум тәшкил итә.

Графикка ярашлы, пенсия 3 августан 24-нә тиклем таратыла. Кредит ойошмаларына аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта күсерелә.