6 декабрь, Шишәмбе

02 август 2016 йыл, 16:57

Киләһе йылдан Башҡортостан йылытыу өсөн яңы түләү системаһына күсә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2017 йылдың көҙөнән республика халҡы йылытыу өсөн 12 ай урынына ете ай түләйәсәк. Был хаҡта 2 августа «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, республикала йылытыуға бәйле хәл тикшерелде, күрше төбәктәрҙең тәжрибәһе өйрәнелде.

«Быйылғы йылытыу миҙгелендә 1/12 схемаһы буйынса (йыл дауамында) эш дауам итә. Киләһе йылдың көҙөнән октябрҙән апрель айына тиклем түләйбеҙ. Ошо осорҙа бөтә норматив документтар әҙерләнәсәк. Мәҫәлән, Татарстанда бындай тәжрибә халыҡта бер аҙ ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы, сөнки ҡыш көнө уларҙың түләүҙәре ҡырҡа артҡан. Йыл аҙағынаса күрше республикала күсеү тамамлана. Көҙҙән башлап улар 1/7  схемаһы буйынса түләйәсәк», — тине ведомство министры урынбаҫары.

Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Управдом» федераль проекты етәксеһе Павел Качкаев ҡатнаш схема тәҡдим итте.

«Бөгөн илдә күп кенә төбәктәр 1/7 схемаһына күсә. Аңлауымса, әгәр дөйөм иҫәп приборҙары булһа, күсергә мөмкин, булмаһа, ошо системаға күсеүҙең мәғәнәһе юҡ. Шуға күрә республикала, шулай уҡ һәр төбәктә ҡатнаш схема ҡулланыу мөһим», — тине Павел Качкаев.

темалар: йылытыу, схема