9 декабрь, Йома

02 август 2016 йыл, 16:12

Республикала иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары 50-шәр мең һум аҡса аласаҡ

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән иң яҡшы 50 башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы 50 мең һум күләмендәге аҡсалата премияға лайыҡ буласаҡ.

2007-2015 йылдарҙа конкурс буйынса һайлап алыуҙа 450 педагог еңеүсе булған.

Быйыл республика комиссияһына 102 эш тәҡдим ителгән, шуларҙың 47-һе — рус теле һәм әҙәбиәте, 55-е — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары.