Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала Десантсылар көнөн парашютсыларҙың күрһәтмә сығыштары менән билдәләйҙәр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфө Һауа десанты ғәскәрҙәре көнөн киң билдәләй. Концерт программаһында парашютсыларҙың һәм һауа десанты ғәскәрҙәре ветерандарының күрһәтмә сығыштары ҡаралған.

Байрам саралары «Тулҡын» паркында Башҡортостанда тыуып үҫеп, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған десантсылар һәйкәленә сәскә һәм Дан гирляндаһы һалыуҙан башланды. Төп тантаналар 8 Март ҡасабаһында «Забельский» аэродромында старт алды.

Байрам геройҙарын ҡала һәм район хакимиәте вәкилдәре, «Башҡортостандың һауа десанты ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге отряды ветерандары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы сәләмләне. Ҡотлауҙарға республика Эҙәрмән отрядтарының төбәк йәмәғәт фонды советы рәйесе, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы, подполковник Илдар Бикбаев ҡушылды. Ул Рязандәге армия генералы В.Ф.Маргелов исемендәге юғары һауа десанты училищеһын «Парашют-десант взводы командиры» белгеслеге буйынса тамамлаған. Илдар Бикбаев үҙе лә трюктар башҡарыу программаһында ҡатнашты.

Бөгөн ҡунаҡтарҙы мәҙәни-күңел асыу программаһы ла көтә, уның барышында арҡан тартыу, гер күтәреү кеүек төрлө ярыштар ҡаралған. Ҡул һуғышы буйынса күрһәтмә сығыштар була.

Сара сәнғәт оҫталары, ижади коллективтар һәм һәүәҫкәр башҡарыусылар ҡатнашлығындағы байрам концерты менән тамамлана. Ойоштороусылар — «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть