3 декабрь, Шәмбе

02 август 2016 йыл, 14:31

Салауатта файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләменең 70 проценты күп фатирлы йорттарға тура килә

фото: Арина Рәхимҡолова

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Салауатта күп фатирлы йорттарҙың өлөшө файҙаланыуға тапшырылған дөйөм торлаҡ күләменең 70 процентын тәшкил итә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡала хакимиәте башлығының төҙөлөш, транспорт, элемтә һәм торлаҡ буйынса урынбаҫары Данир Зөбәйеров хәбәр итте.

«Салауат ҡалаһының районы юҡ, шуға күрә беҙҙә шәхси торлаҡты сафҡа индереүҙең проценты ҙур түгел. Әҙәр ҙә Башҡортостанда 70 процент шәхси торлаҡҡа һәм 30 процент күп ҡатлы йорттарға тура килһә, Салауатта иһә киреһенсә. Беҙҙә күп фатирлы йорттар төҙөүгә баҫым яһала, был файҙаланыуға тапшырылған торлаҡтың 70 процентын тәшкил итә», — тип билдәләне Данир Зөбәйеров.

Хакимиәт башлығы урынбаҫары әйтеүенсә, Салауатта шәхси торлаҡты сафҡа индереүҙең проценты ҙур түгел. Граждандарҙың льготалы категорияларына ер участкалары биреүҙе иҫәпкә алғанда, өс йылдан был йүнәлештең үҙгәреүе ихтимал. Уларға 380-дән ашыу участка бүленгән, тағы ла 300-ө файҙаланыуға тапшырылыу стадияһында.

«Йыл һайын Салауатта 30-36 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелә. Быйыл күрһәткес яҡынса 38 мең квадрат метр торлаҡ тәшкил итәсәк, шуларҙың 30 мең квадрат метры күп фатирлы йорттарға тура килә», — тине Данир Зөбәйеров.

Салауат хакимиәте башлығы урынбаҫары әле Көнсығыш биҫтәһен әүҙем үҙләштереүҙәре тураһында ла хәбәр итте. Бында биш ҡатлы йорттар төҙөлә. Бынан тыш, Көньяҡ биҫтәһендә 7-9 ҡатлы йорттар һалыу планлаштырыла.

«Салауатты үҫтереү программаһы 2032 йылға тиклем әҙерләнгән. Бөтә биҫтәләргә лә тиерлек планлаштырыу һәм межалау проекттары раҫланған, бөгөн объекттар төҙөү өсөн биләмәләр биреү процесы бара», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Данир Зөбәйеров.

темалар: төҙөлөш, торлаҡ