Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө йырсыһы Russian World Music Awards премияһына дәғүә итә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Быйыл илдә тәүге тапҡыр профессиональ музыканттар араһында этник музыка өлкәһендәге «Russian World Music Awards» премияһы тапшырыла. Абруйлы премияға дәғүә итеүселәрҙең береһе — Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Екатерина Ямщикова.

Филармонияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Екатерина «Ах, не будите меня, молодую...» исемле рус халыҡ йырын тәҡдим итә. Талантлы йәш йырсы өсөн «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмдә тауыш бирергә мөмкин.

Жюри составында этник музыка өлкәһендәге профессионалдар, шул иҫәптән продюсерҙар Джо Бойд (АҠШ), Йоханнес Тойер (Германия), журналистар Тристра Игер (АҠШ), Тон Маас (Голландия), төркиәтсе Тимур Дәүләтов эшләй. Конкурс йомғаҡтары быйыл октябрь айында иғлан ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть