11 декабрь, Йәкшәмбе

02 август 2016 йыл, 11:28

Рөстәм Хәмитов Ғафури районында урып йыйыу эштәре барышы менән танышты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 30 июлдә Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Ғафури районында булды. Башҡортостан Башлығы урып йыйыу эштәре барышы менән танышты, агросәнәғәт комплексы предприятиеларына, инфраструктура һәм социаль объекттарға барҙы.

Татар Һаҫыҡ күле ауылы янында республика етәксеһе «Восход-СТ» ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарында уңыш йыйыу барышы менән танышты.

Хужалыҡ директоры Руслан Бакиров әйтеүенсә, биш йыл эсендә ауыл хужалығы биләмәләре 350 гектарҙан 4,5 гектарға тиклем артҡан. 2016 йылда сәсеү майҙандары 2 405 гектарҙы биләй, шуларҙың 1 415 гектары – иген, 850-һе – техник культуралар (шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш). Әлеге ваҡытта игендең уңышы гектарҙан 29,7 центнер тәшкил итә. Быйыл кукурузға 125 гектар майҙан бирелгән, тип билдәләне Руслан Бакиров.

Бынан тыш, ауыл хужалығы предприятиеһы романов тоҡомло һарыҡ үрсетеү менән дә шөғөлләнә.Әле хужалыҡта 470-тән ашыу һарыҡ, шулай уҡ бер нисә баш йылҡы һәм эре мөгөҙлө мал бар.

Рөстәм Хәмитов республикала комбайнсылар араһында конкурс иғлан ителеүен иҫкә төшөрҙө. Ун еңеүсегә автомобиль тапшырыла. Руслан Бакиров фекеренсә, «Восход-СТ» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ошо һөнәри бәйгелә юғары урындарға дәғүә итә ала.

– Беҙ һәйбәт эшләүселәргә, уңыштың сифаты һәм һаны йәһәтенән үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтеүселәргә ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.