9 декабрь, Йома

02 август 2016 йыл, 10:55

Республикала берәмләп кредитлау 35 процентҡа артҡан

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостанда банктар физик берәмектәргә 78,3 миллиард һумлыҡ кредит биргән. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда төбәктә берәмләп кредитлау 35,3 процентҡа артҡан, тип хәбәр итәләр республиканың Милли банкында.

Кредит портфеленең сифаты насарайған. Бурыс 27,1 миллиард һум тәшкил иткән, 2015 йылдың 1 июленән 19 процентҡа артҡан.

Ғинуар-июнь айҙарында бөтәһе 19,2 миллиард һумлыҡ 13 729 ипотека торлаҡ кредиты бирелгән. Был уҙған йылғы күрһәткестәрҙән 63,3 һәм 70,5 процентҡа күберәк. Бурыс 1,2 миллиард һум тәшкил иткән.

2016 йылдың 1 июленә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 77 кредит ойошмаһы эшләй, шуларҙың бишәүһе — республика банкы.