8 декабрь, Кесе йома

02 август 2016 йыл, 10:22

Сибайҙа гүзәллек флешмобы үтте

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 1 августа Сибай ҡалаһындағы үҙәк майҙанда Халыҡ-ара гүзәллек көнөнә арналған флешмоб ойошторолдо.

«Супер әсәйҙәр» тип аталған йәш әсәләр төркөмө уҙғарған сарала ҡыҙҙар һәм өләсәйҙәр, әсәйҙәр ҡатнашты. Барыһы ла матур кейенеп, сәскәләр, открыткалар, бүләктәр алып килгән. Ҡатнашыусылар уларҙы үтеп барыусыларға таратып, үҙҙәренең кәйефен бүләк итте.

Почетлы ҡунаҡ Зариф Байғусҡаров ҡала халҡын һәм флешмобта ҡатнашыусыларҙы күркәм байрам менән ҡотланы. Башҡортостандың баш суд приставы һәммәһенә лә бәхет, уңыштар теләне.

«Тап һеҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәрҙе ҙур эштәргә илһамландыраһығыҙ, беҙҙе көслөрәк һәм яуаплыраҡ итәһегеҙ, үҙ көсөбөҙгә ышаныс өҫтәйһегеҙ», — тине Зариф Байғусҡаров, гүзәл зат вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп.

Флешмобтың маҡсаты — ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы хаҡында иҫкә төшөрөү, ҡалала сибәр һәм бәхетле ҡатын-ҡыҙҙар һанын арттырыу, шулай уҡ фекерҙәштәр менән аралашыу, ыңғай энергия алыу, яңы әхирәттәр табыу.

Акция икенсе йыл рәттән үткәрелә. Байрамдан алған матур, ыңғай тәьҫораттар сараның Сибай ерендә йыл һайын ойоштороласағы тураһында фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә.