Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Маяк» радиоһы республикала интерактив тапшырыуҙарын башлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы «Маяк» радиоһының интерактив тапшырыуҙарын башлай. Өфөлә — 100,6FM, Стәрлетамаҡта 106,7FM йышлығында тыңларға мөмкин.

«Ғәйәт ҙур техник һәм ойоштороу эше башҡарылды. Аппаратура көйләнде, танытыу сигналдары әҙер. Радиотапшырыуҙар студияһы тулыһынса яңыртылды», — тип хәбәр итте Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының төбәк филиалы директоры Азамат Сәлихов.

Төбәктең радио блогына яңылыҡтар сығарылышы һәм Елена Сергунина менән «Здоровая среда», Елена Станкевич менән «Бардачок», Надежда Марьина менән «Кибермаяк», Алексей Лебедев менән «Золотое старье» тапшырыуҙары инә. Тағы ла бер проект «Говорите, мы вас слушаем!» тип атала. Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары Рифат Сабитов тәүге эфирҙың ҡунағы булды.

«Маяк» — дәүләт мәғлүмәт һәм йыр-моң станцияһы. Тәүлек әйләнәһенә эшләй. Ярты сәғәт һайын федераль яңылыҡтар сығарылышы эфирға сыға. Ҡалған ваҡытта — төрлө тапшырыуҙар, авторлыҡ проекттары, һәм, әлбиттә, музыка.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть