9 декабрь, Йома

01 июль 2016 йыл, 16:22

1 июлдән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы күтәрелде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 1 июлдән илдә минималь хеҙмәт хаҡы 7500 һумға тиклем артты. Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ошо йылдың беренсе кварталында үткәргән мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, республикала 242 меңдән ашыу бюджет өлкәһе хеҙмәткәре иҫәпләнә.

1 майҙан Башҡортостанда иҡтисадтың бюджеттан тыш секторы ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн минималь хеҙмәт хаҡы 6900-ҙән 8900 һумға тиклем күтәрелде. Был 20 апрелдә республиканың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия вәкилдәренең минималь эш хаҡы тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуы һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Документҡа республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы рәйесе Марат Хөсәйенов һәм Эш биреүселәр союзы рәйесе Владимир Шолом ҡул ҡуйҙы.