Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы сиктәрендә Башҡортостанға субсидия күләме арттырылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.

Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостанға һәм күп профилле муниципаль берәмектәрҙә халыҡ мәшғүллегенә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән саралар буйынса һөҙөмтәлелектең юғары коэффициентына эйә булған тағы ла 11 төбәккә субсидияларҙы арттырҙы. Тейешле бойороҡ Министрҙар Кабинеты сайтында баҫылған.

Субсидиялар «Иҡтисади үҫеш һәм инновациялы иҡтисад» дәүләт программаһының «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә бирелә.

«Конкурс комиссияһы күп профилле муниципаль берәмектәрҙә халыҡ мәшғүллегенә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән саралар буйынса һөҙөмтәлелектең юғары коэффициентына эйә булған 12 төбәктең (Башҡортостан һәм Хакасия республикалары, Удмурт Республикаһы, Амур, Киров, Ленинград, Мурманск, Омск, Һамар, Һарытау, Свердловск һәм Томск өлкәләре) 28 ғаризаһын һайлап алды», — тиелә документҡа белешмәлә.

Һайлап алынған төбәктәргә субсидиялар арттырылған, әммә уларҙың дөйөм күләме үҙгәрмәгән, тип хәбәр ителә.

Башҡортостан ошо маҡсатҡа 367,4 миллион һум аҡса аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть