9 декабрь, Йома

01 июль 2016 йыл, 14:59

Республикала йырсы Радик Гәрәевтың скульптураһы барлыҡҡа киләсәк

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Яңауыл районы халҡы үҙ көсө менән билдәле яҡташтары, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Радик Гәрәевҡа һәйкәл ҡуйырға хәл иткән. Уны ҡойоу өсөн аҡса йыйыу иғлан ителгән. Бағыусылар, йырсының ижадын үҙ итеүселәр үҙ өлөшөн индергән, шулай уҡ проект урындағы ҡаҙнанан финансланған. Һәйкәлдең хаҡы 500 мең һум самаһы тәшкил итә.

Радик Гәрәевтың һынын скульптор, Башҡортостан Рәссамдар союзы ағзаһы Хәлит Ғәлиуллин яһаясаҡ. Яңауыл хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге етәксеһе Ирина Тажетдинова һөйләүенсә, буласаҡ һәйкәлдең макеты раҫланған. Уны көҙ көнө асырға ниәтләйҙәр. Быйыл март айында Радик Гәрәевҡа 60 йәш тулған булыр ине.

Скульптура Яңауыл ҡалаһында, йырсы белем алған мәктәп биләмәһендә урынлашасаҡ. Белем усағы 1997 йылдан бирле уның исемен йөрөтә, унда артистың музейы асылған. Бынан тыш, Радик Гәрәев исемендәге асыҡ конкурс Яңауыл районының иң яҡшы муниципаль проекты тип һанала, ул 2011 йылдан алып уҙғарыла. Еңеүсегә 100 мең һум аҡсалата бүләк тапшырыла. Быйыл Радик Гәрәевтың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан юбилей тантаналары уҙҙы. Йырсының туғандары, уҡытыусылары, класташтары, коллегалары уның тыуған төйәгендә булды. Бишенсе тапҡыр ойошторолған йыр бәйгеһендә профессионалдар араһында — Өфөнән Радмир Хәсәнов, үҙешмәкәр башҡарыусылар араһында Бөрөнән Станислав Батурин еңеү яуланы. Ойоштороусылар конкурсты республика кимәленә сығарырға ниәтләй.