6 декабрь, Шишәмбе

01 июль 2016 йыл, 14:13

Башҡортостан — кадастр инженерҙары һаны буйынса лидерҙар рәтендә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Берҙәм федераль реестрҙа иҫәптә торған 36 мең профессиональ кадастр инженерҙарының 1237-һе Башҡортостанда эшмәкәрлек алып бара.

Республика ошо күрһәткес буйынса Татарстанды, Пермь крайын, шулай уҡ Ырымбур, Һарытау, Һамар һәм Нижегород өлкәләрен уҙып китеп, Волга буйы федераль округында алдынғы урынды биләй. Әлеге төбәктәрҙең һәр береһендә кадастр инженерҙарының һаны 900 кешенән артмай. Волга буйының башҡа субъекттарында был күрһәткес тағы ла түбәнерәк.

Башҡортостан Краснодар крайынан, Мәскәү өлкәһенән һәм Мәскәү ҡалаһынан ғына бер аҙ ҡалыша.

«Кадастрҙар эше баҙарында ер участкаларына ҡарата монополистарҙың булмауы, белгестәр араһындағы конкуренция төбәктә кадастр инженерҙарының уңышлы эшләүе өсөн бөтә шарттар ҙа булдыра», — тип белдерҙе Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Игорь Шеляков.