Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

1 июлдән республикала Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу башланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.

1 июлдән Башҡортостанда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу башланды.

Төбәктә 1,2 миллион объектты теркәү күҙ уңында тотола. Улар — ауыл хужалығы ойошмалары, шәхси эшҡыуарҙар, граждандарҙың фермер, шәхси ярҙамсы хужалыҡтары, шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған баҡса һәм дача берләшмәләре. Кампанияла 2500 иҫәп алыусы ҡатнаша. Уны «Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу» тип яҙылған күп кепкаһы, күк төҫтәге жилеты һәм Росстат символикаһы төшөрөлгән портфеле буйынса танырға мөмкин. Иҫәп алыусының таныҡлығы һәм паспорты булырға тейеш.

Һорау алғанда иҫәп алыусыларға бер ниндәй ҙә документтар күрһәтергә кәрәкмәй. Мәғлүмәттәр һәр хужаның һүҙҙәренән яҙып алына. Унда исем-фамилия һәм башҡа шәхси мәғлүмәттәр күрһәтелмәй. Иҫәп алыусылар менән аралашыу өсөн 30 минут, бер сәғәт самаһы ваҡыт бүлергә тура киләсәк.

Июнь аҙағында Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың ҡыҙыу линияһы эш башланы. 8 800 707 2016 номерына шылтыратып, статистик күҙәтеү тураһында һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Бәйләнеш үҙәге 15 авгусҡаса ял көндәрһеҙ Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем эшләй. Рәсәй биләмәһендә шылтыратыуҙар бушлай.

Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу 1 июлдән 15 авгусҡа тиклем дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть