Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Башнефть» компанияһы президентын «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләне

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

30 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй энергетика министрының беренсе урынбаҫары, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының директорҙар советы рәйесе Алексей Текслер менән осрашты.

Осрашыуҙа «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы президенты, идара рәйесе Александр Корсик һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашты.

Яҡтар нефть компанияһының үҫеш мөмкинлектәрен, етештереү объекттарын яңыртыу, төбәктә социаль һәм хәйриә проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы компания президенты Александр Корсикты «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләне.

– «Башнефть» компанияһының беҙҙең өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген, уның республикабыҙ иҡтисадына ҙур өлөш индереүен беләбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн компания менән идара итеү юғары кимәлдә. Беҙ етәкселекте аңлайбыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Шуға бәйле мин Корсик Александр Леонидовичты яҡшы эшләгәне өсөн «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләргә ҡарар иттем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть