10 декабрь, Шәмбе

01 июль 2016 йыл, 10:33

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 30 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, төҙөлөш һәм архитектура, транспорт, ауыл хужалығы, ветеринария, аҙыҡ-түлек индустрияһы һәм йәмәғәт туҡланыуы, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идара итеү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәләрендә эшләгән 57 хеҙмәткәр, шулай уҡ профсоюз хәрәкәте эшмәкәрҙәре ордендар, почет грамоталары, исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

– Был наградаға тырыш хеҙмәтегеҙ менән лайыҡ булдығыҙ. Күп коллективтар, ойошмалар һеҙҙең менән ғорурлана, намыҫлы эшләүегеҙҙе белә, һәм артабан да шулай буласаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн республика төп иҡтисади күрһәткестәр, инвестиция әүҙемлеге мәсьәләләре һәм үҫеш буйынса үҙен ышаныслы тоя.

Республика төрлө федераль рейтингтарҙа үҙ позицияһын яҡшыртты һәм илдең алдынғы төбәктәренең береһе булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

– Ошо эшмәкәрлек кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға, ҡала, ауылдарыбыҙҙы матурайтыуға, мәктәптәр, балалар баҡсалары, юлдар, дауаханалар төҙөүгә йүнәлтелгән, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Барығыҙға ла эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Артабан да шулай әүҙем эшләрһегеҙ, илебеҙ өсөн хеҙмәт итерһегеҙ, тип ышанам. Дәүләт, кемдең ҡайҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, барыһына ла ярҙам итәсәк. Властың бурысы – мохтаждарға ярҙам күрһәтеү, яҡшы эшләргә тырышыусылар өсөн шарттар булдырыу, яҡшы эшләүселәрҙе дәртләндереү. Һеҙ тап шундай кешеләр. Республика халҡы һеҙҙең менән ғорурлана.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.