5 декабрь, Дүшәмбе

30 июнь 2016 йыл, 17:44

Төбәк халҡы «Башавтотранс» автобустарында банк картаһы һәм телефон ярҙамында иҫәпләшә ала

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Яҡын арала республикала «Башавтотранс» автобустарында банк картаһы менән иҫәпләшергә мөмкин буласаҡ. Предприятие 15,75 миллион һумға 750 мобиль терминал һатып алырға ниәтләй.

Яңы терминалдар ярҙамында транспорт һәм банк картаһы буйынса иҫәпләшергә мөмкин. Иҫәпте «Банк Онлайн» һәм банкоматтар аша тулыландырырға була. Бынан тыш, «Башавтотранс» автобустарында, NFC технологияһын ҡулланып, телефон ярҙамында ла иҫәпләшергә мөмкин буласаҡ.

Тиҙҙән республика халҡы исемле карталар ҙа һатып ала аласаҡ. Ошо карталар буйынса «Башавтотранс» предприятиеһының рәсми сайтында үҙеңә кәрәкле автобустар маршрутын күҙәтеп барырға мөмкин.

«Бындай системалар барлыҡ пассажир ташыусыларҙа ла эшләр, шулай итеп, пассажирҙарға юл хаҡын түләгәндә уңайлыҡтар булдырылыр, тип ышанабыҙ», — тип билдәләнеләр предприятиеның матбуғат хеҙмәтендә.