Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканың өс кинотеатры федераль ярҙам аласаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда өс кинотеатр федераль ярҙам аласаҡ. Илебеҙ кинематографияһына социаль һәм иҡтисади ярҙам фонды Рәсәйҙең 100 мең кешенән кәм булған тораҡ пункттарындағы кинотеатрҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса конкурс йомғаҡтарын баҫтырып сығарҙы.

Башҡортостан федераль ҡаҙнанан өс районда кинотеатрҙарҙы яңыртыу өсөн аҡса аласаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Улар иҫәбендә Үрге Тәтешле ауылындағы киновидеоселтәре, Мәләүез ҡала мәҙәниәт һарайындағы һәм Дыуан районы Мәсәғүт ауылы Йәштәр мәҙәниәт һарайындағы кинозалдар бар.

Конкурс йомғаҡтары буйынса 1 471,7 миллион һумға 273 тораҡ пунктта 298 зал яңыртыла. Программа сиктәрендә кинозалдарҙа 45 меңдән ашыу яңы урын булдырыу ҡарала.

Башҡортостан әлеге конкурста икенсе тапҡыр еңеү яулай. Бынан алдағы бәйгелә Дүртөйлөләге — өс, Күмертауҙағы ике кинозал, шулай уҡ Благовещен, Учалы һәм Белорет ҡалаларындағы кинозалдар дәүләт ярҙамын алғайны.

Быйылғы конкурстың йомғаҡтары Кино фонды сайтында баҫылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть