10 декабрь, Шәмбе

30 июнь 2016 йыл, 15:20

Өфөнөң Калинин районында Интернациональ урамының дауамын төҙөйҙәр

фото: Өфө хакимиәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөнөң Калинин районында Интернациональ урамының дауамын төҙөйҙәр. Черниковкалағы төп транспорт магистраленең оҙонлоғо ике километрға оҙоная. Яңы юл Машина эшләүселәр урамынан алып Вологодская урамына тиклем һалына.

«Әлеге мәлдә юл төҙөүселәр асфальт түшәгән, бордюр таштары һалған, Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫелешендә, йәйәүлеләр үткәүелендә светофорҙар ҡуйған», — тип хәбәр иттеләр Калинин районы хакимиәтендә. Бынан тыш, юл-дублер төҙөлә, уның буйынса урындағы халыҡ үҙ ихаталарына ҡаршылыҡһыҙ үтә ала.