4 декабрь, Йәкшәмбе

30 июнь 2016 йыл, 14:41

Баш ҡаланы яңы скульптуралар биҙәйәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнөң Ленин, Пушкин һәм Зәки Вәлиди урамдарында яңы скульптуралар барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы Өфөгә «ArtTerria» халыҡ-ара симпозиумына алты илдән (Рәсәй, Франция, Япония, Болгария, Көньяҡ Корея, Грузия) килгән 13 оҫта эшләй. Сара 1 июлдән 3 авгусҡа тиклем дауам итә.

«Мираҫ» галереяһының арт-директоры Ольга Рамазанова әйтеүенсә, эш майҙансыҡтары «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» предприятиеһы биләмәһендә урынлашасаҡ (Р.Зорге урамы, 11/1, 2-се корпус). Йома, 1 июлдә, көндөҙгө сәғәт 12-лә бында рәсми асыу тантанаһы һәм ойоштороусылар менән матбуғат конференцияһы уҙа.

«Эштәрҙең эскизы күптән раҫланған, бөтә скульптуралар ҙа Мансур ятҡылығындағы граниттан эшләнәсәк, — тине Ольга Рамазанова. — 3 августа улар ҡала урамдарына ҡуйыла башлай».

Бер үк ваҡытта «Рәсәй. Евразия киңлеге: цивилизация һәм мәҙәниәт» тип аталған симпозиум ойошторола. Сара хәҙерге заман скульпторҙарының ижадын популярлаштырырға булышлыҡ итәсәк һәм ҡалала тағы ла бер туристик нөктә булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

Симпозиумдың кураторҙары — скульптор, Рәсәй Рәссамдәр союзы ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты Руслан Ниғмәтуллин, скульптор, Рәсәй Рәссамдәр союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Владимир Лобанов һәм Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Рәсих Әхмәтвәлиев.

Сара барышында 8 июлдә «Мираҫ» арт-галереяһында бәләкәй формалағы скульптуралар күргәҙмәһе асыла.