6 декабрь, Шишәмбе

30 июнь 2016 йыл, 13:13

Өфөлә мосолман ҡатын-ҡыҙҙары бергә ифтар ҡылырға йыйыла

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 1 июлдә Өфөлә «Ләлә-Тюльпан» мәсете алдында ҡатын-ҡыҙҙар ифтары — Рамаҙан айы ваҡытында ауыҙ асыу мәжлесе була. Байрамды Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты һәм «Гибадуррахман» йәмәғәт хәрәкәтенең әүҙем ағзалары ойоштора.

Ифтар башланыр алдынан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн саралар: мосолмандар тормошо тураһында рухландырыусы семинарҙар, изге Рамаҙан айы һәм ҡатын-ҡыҙҙың исламдағы урыны хаҡында лекциялар һәм викторина уҙғарыла. Программала бүләктәр уйнатыу, Өфө дизайнерҙарының ҡатын-ҡыҙҙар кейеме коллекцияһын күрһәтеү, оҫталыҡ дәрестәре, мехенди төшөрөү өсөн майҙансыҡтар ҡаралған.

Осрашыу былау, еләк-емеш, һут, сәй менән һыйланыу менән тамамлана. Ойоштороусылар теләгән һәр кемде бергә ифтар ҡылырға саҡыра. Сара киске сәғәт 8-ҙә башлана.

темалар: дин, ислам