Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт балеринаһы Сочиҙа «Донъяның йәш балеты» халыҡ-ара конкурсында лауреат булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Лилиә Зәйнәғәбдинова Юрий Григоровичтың «Донъяның йәш балеты» VI халыҡ-ара конкурсында лауреат булды. Сочиға Рәсәйҙән, АҠШ-тан, Көньяҡ Африка Республикаһынан, Әрмәнстандан, Украинанан, Молдованан, Ҡырғыҙстандан, Япониянан 62 ҡатнашыусы килде. Яҡташыбыҙ III премия һәм бронза миҙал яуланы. Шулай уҡ Лилиә Зәйнәғәбдинова менән башҡорт театры солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Олег Шәйбәковтың сығышы джаз номерҙары араһында иң яҡшыһы тип билдәләнде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Быйыл конкурс танылған совет композиторы Сергей Прокофьевҡа арналды. Һәр ҡатнашыусы программа номерҙарының береһен Прокофьев ижад иткән музыкаға башҡарырға тейеш ине. Классик бейеүҙән тыш, ҡатнашыусылар заманса, халыҡ, джаз бейеүҙәрен дә башҡарҙы.

Сығыштарҙы Рәсәй һәм сит ил хореографтары, балетмейстерҙары баһаланы. Эксперттар фекеренсә, «Донъяның йәш балеты» — балет сәнғәте өлкәһендә әһәмиәтле конкурс. СССР-ҙың халыҡ артисы, жюри рәйесе Юрий Григорович конкурстың артабан да үткәреләсәгенә ышаныс белдерҙе.

Теги: балет
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть