7 декабрь, Шаршамбы

30 июнь 2016 йыл, 11:19

Республика спортсыһы Данил Лысенко яңы бейеклеккә күтәрелде

фото: mir-la.com сайтынан

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Ҡазанда 20 йәшкә тиклемге юниорҙар араһында еңел атлетика буйынса Рәсәй беренселеге тамамланды. Бейеклеккә һикереү буйынса Башҡортостан тәрбиәләнеүсеһе Данил Лысенкоға етеүсе булманы.

Данилдың һөҙөмтәһе — 2 метр 25 сантиметр. Ул бер үк һөҙөмтә күрһәткән Матвей Рудникты (Омск) һәм Алексей Ефановты (Липецк) уҙып китте.