9 декабрь, Йома

30 июнь 2016 йыл, 10:17

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа округ комиссияларына үҙ-үҙен күрһәтеү тураһында тәүге белдереү ҡағыҙҙары килде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дәүләт Думаһына һайлауҙа округ һайлау комиссияларына бер мандатлы округтар буйынса үҙ-үҙен күрһәтеү тураһында белдереү өсөн документтар килде. 7-се Салауат бер мандатлы һайлау округы, 4-се Благовещен бер мандатлы һайлау округы, 3-сө Өфө бер мандатлы һайлау округы буйынса документтар тапшырылған, тип хәбәр иттеләр республика Үҙәк һайлау комиссияһында.

Кандидаттар күрһәткән документтарҙы һайлау документтарын тикшереү буйынса эшсе төркөмдәр ҡабул иткән. Кәрәкле мәғлүмәт «Һайлауҙар» дәүләт автоматлаштырылған системаһына индерелгән. Кандидаттарға документтарын ҡабул итеү тураһындағы раҫлау ҡағыҙы, һайлау фондын ойоштороу өсөн махсус иҫәп асыуға рөхсәт, шулай уҡ комиссияның һайлаусыларҙың кандидатты теркәү өсөн кәрәкле ҡултамғалар һанын билдәләү тураһындағы ҡарары тапшырылған. 7-се Салауат бер мандатлы һайлау округы өсөн был һан — 15482, 4-се Благовещен бер мандатлы һайлау округы өсөн — 16140, 3-сө Өфө бер мандатлы һайлау округы өсөн 14849 тәшкил итә.