11 декабрь, Йәкшәмбе

29 июнь 2016 йыл, 17:46

«Өс хат» фильмы халыҡ-ара кинофестивалендә йәнә наградалар яуланы

фото: Башҡортостан Мәғариф министрлығы сайтынан

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Башҡортостан» киностудияһының «Өс хат» фильмы йәнә наградалар менән билдәләнде. Был юлы ул Ярославль өлкәһендә үткән «Донъяға яҡтылыҡ» VI Халыҡ-ара йәштәр кинофестивалендә ике приз яуланы.

Руслан Юлтаевтың драмаһы «Уйын киноһы» номинацияһында I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Режиссер Руслан Юлтаев, сценарист Дамир Йосопов, оператор Рафаэль Сарваев һәм композитор Илшат Яхин билдәләнде. Бынан тыш, «Өс хат» фильмының авторҙары фестивалдең директорынан «Махсус приз» менән бүләкләнде, тип хәбәр иттеләр республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Өс хат»тағы ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бара. Ә ҙур ҡалаларҙан алыҫ ятҡан башҡорт ауылында әле тыумаған баланың яҙмышы хәл ителә.

Фильм Ишембай һәм Ғафури райондарында, Арлар һәм Мәндем ауылдарында төшөрөлә. Төп ролдәрҙе Зиләрә Юлтаева, Физәлиә Рәхимова, Вәкилә Ҡалмантаева һәм Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина уйнай.

«Шуныһы ҡыуаныслы: башҡорт телендәге фильмды күп кенә халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә яҡшы ҡабул итәләр. Ул төрлө милләт кешеләренә аңлайышлы», — тип билдәләне авторҙар.