4 декабрь, Йәкшәмбе

29 июнь 2016 йыл, 17:03

Республика мәктәптәре Федераль маҡсатлы программаның конкурс буйынса һайлап алыуында еңеп сыҡты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың биш дөйөм белем биреү мәктәбе 2016-2020 йылдарҙа мәғарифты үҫтереүҙең федераль маҡсатлы программаһының конкурс буйынса һайлап алыуында еңеп сыҡты. Быйыл улар үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн федераль грант аласаҡ.

Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, «Инициативалы инновация проекты» номинацияһында Республика политехник лицей-интернаты һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты еңеү яуланы. Сибай гимназия-интернаты һәм Стәрлетамаҡтағы 1-се гимназия «Мәктәп китапханаһын үҫтереү» номинацияһында иң яҡшылары тип танылды. «Башланғыс дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырғанда яңы педагогик технологияларҙы әҙерләү, һынау, индереү» номинацияһында Учалы районынан 1-се башҡорт лицейы еңеүсе булды.